Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы Кәтибә Кинйәбулатоваға бирелде

Йәмғиәт

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы профессиональ яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатоваға бирелде.  

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһын биреү буйынса комиссия тәҡдимен ҡарап, республика Президенты тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Был юғары наградаға  Кәтибә  Кинйәбулатова «Ҡолонсаҡ» һәм «Турғайҙар рәхмәте» китаптары өсөн лайыҡ булды.

Премияға дәғүә итеүгә ул БР Яҙыусылар ойошмаһы менән күрһәтелгәйне.  

Белешмә өсөн. Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова БАССР-ҙың Арғаяш кантонында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуған. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курсында белем ала.  

Кәтибә Кинйәбулатованың тәүге китабы 1954 йылда сыға. Ул бер нисә повесть, шиғри йыйынтыҡтар, шулай балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр йыйынтыҡтары авторы. «Почет билдәһе» ордены менән наградланған, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть