10 декабрь, Шәмбе

10 март 2011 йыл, 15:02

Өфөлә ҡала янындағы күсемһеҙ милеккә һәм ер участкаларына хаҡтар арта

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Февралдә Өфө янындағы йорт һәм коттедждарға уртаса хаҡ 0,8 процентҡа артҡан. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөтә йорттар, коттедждар һәм таун-хаустар буйынса тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 26,2 мең һум тәшкил итә.

Иң арзан йорт 450 мең һум тора. Ул Иглинда урынлашҡан. Майҙаны – 42 квадрат метр. Иң ҡыйбат күсемһеҙ милек объекты 18 миллион һумға һатыла. Булгаковтағы коттеджға ошондай хаҡ ҡуйылған. Йорт майҙаны – 300 «квадрат».

Ер участкаларына килгәндә, уларҙың уртаса хаҡы сутыйға 45,5 мең һум тәшкил итә. Бер айҙа ул 1,1 процентҡа күтәрелгән.

Иң ҡыйбат участка 8 Март ҡасабаһында өс миллион һумға һатыла. Уның ҙурлығы 16 сутый. Иң арзаны Иглиндан тәҡдим ителә – 150 мең һумға 15 сутый.