11 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2011 йыл, 14:27

2010 йылда Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы 78,6 млн һумға техника яңыртты

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылда Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тармаҡ предприятиеларын коммуналь техника менән тәьмин итеү буйынса программала ҡатнашты. Программа федераль бюджеттан өҫтәп финанслана.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялаловтың әлеге ваҡытта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында барған ведомствоның йомғаҡлау коллегияһы ултырышында хәбәр итеүенсә, коммуналь техника паркын яңыртыу программаһында йәмғеһе 21 муниципаль берәмек ҡатнашҡан. Республиканың махсус техника паркы 78,6 млн һум дөйөм суммаға 9 экскаватор, 10 юл техникаһы берәмеге, 32 сүп-сар ташыусы машина һәм башҡа төрлө техника менән тулыланған.  

Урындарҙа дөйөм алғанда 1,5 млрд һум суммалыҡ район бюджеттары средстволары, шулай уҡ  предприятиеларҙың үҙ аҡсаһы файҙаланылған.