5 декабрь, Дүшәмбе

10 март 2011 йыл, 14:08

Башҡортостанда Мордва көндәре башланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда Мордва Республикаһы көндәре башланды. Кесаҙна, 10 мартта, БР Хөкүмәтендә Мордовия рәсми делегацияһының БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина менән осрашыуы үтте.  

Йәмғеһе Мордванан Башҡортостанға 80-дән ашыу кеше килде. Улар араһында төбәк етәкселеге вәкилдәре, ижади коллективтар, крайҙы өйрәнеүсе ғалимдар, халыҡ кәсептәре оҫталары бар.

Делегация башлығы, Мордва Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары – Мордваның мәҙәниәт министры Петр Тултаевтың хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Мордва көндәре мордва халҡының Рәсәй дәүләте халыҡтары менән берләшеүенең 1000 йыллығы уңайынан үткәрелә. Был датаны байрам итеү тураһында тейешле указға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған, ә юбилейҙы байрам итеүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетын РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин етәкләй. Ойоштороу комитеты составына илдең бер нисә төбәге башлыҡтары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй Патриархы Кирилл һәм башҡа хөрмәтле кешеләр ингән.

Мордва мәҙәниәте көндәрен илдең 35 төбәгендә үткәреү планлаштырылған. Шуларҙың 20-нән ашыуында улар үткән дә инде. Башҡортостан, әйткәндәй, бындай сара үткәрелгән беренсе милли республика.

Петр Тултаев һүҙҙәренән, Башҡортостан Мордваға тәү сиратта милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса беҙҙең республика менән тупланған тәжрибәне өйрәнеү йәһәтенән ҡыҙыҡлы. Мордвала ла бөгөн үҙҙәренең мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, туған телдәрен өйрәнеү өсөн бөтөн милләт вәкилдәренә лә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышалар.

Башҡортостанда Мордва Республикаһы көндәрен байрам итеү 12 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Бөгөн Өфөлә «Мордва халҡы мәҙәниәте – күп милләтле Рәсәй байлығы» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл, халыҡ кәсептәре изделиелары күргәҙмәһе, мордва ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт планлаштырылған. 11 мартта тантаналар Стәрлетамаҡта һәм Федоровка районында дауам итәсәк.