9 декабрь, Йома

10 март 2011 йыл, 13:04

Башҡортостанда иң яҡшы балалар йорто педагогын һайлайҙар

автор: Эльмира Сабирова

11 мартта Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йортонда балалар йортоноң иң яҡшы педагогы исеменә конкурстың финалы үтәсәк. БР Мәғариф министрлығы менән ойошторолоусы һөнәри оҫталыҡ сморты төбәктә өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

Конкурста йәмғеһе 27 педагог һәм тәрбиәсе ҡатнашып, шуларҙан иң көслө туғыҙы финалға сыҡты. Баһалама ағзалары иғтибарына улар «Мин, минең тәрбиәләнеүсем, беҙҙең балалар йорто» презентацияһын, төрлө йүнәлештәр буйынса ижади оҫтахана һөҙөмтәләрен тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ уларға оҫталыҡҡа тест үтергә, эксперттарҙың һорауҙарына яуап бирергә, оратор оҫталығын күрһәтергә тура киләсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Лилиә Әмәкәсова.

Конкурс йомғаҡтары буйынса биш лауреат һәм номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк.  

Әйткәндәй, бөгөнгө көндә Башҡортостанда етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн 27 учреждение эшләй. Уларҙа меңдән ашыу тәрбиәләнеүсе йәшәй.