5 декабрь, Дүшәмбе

10 март 2011 йыл, 12:11

«2011 йылдағы айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү 1 апрелгә тиклем оҙайтылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре Өфөлә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте етәкселәренең «2011 йылдағы айыҡ ауыл» республика конкурсын үткәреү мәсьәләләре буйынса берлектәге ултырышы үтте.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бер тауыштан ауыл биләмәләре араһында үткәрелеүсе «2011 йылдағы айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеүҙе 1 апрелгә ҡәҙәр оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға республикалағы алкоголь продукцияһы етештереүселәр менән этикеткаларҙа һәм спиртлы эсемлектәрҙең атамаларында бренд сифатында этнографик символдар (ҡурай, төньяҡ амурҙары, шихан) ҡулланыуҙарына юридик баһа биреүҙе һораған мөрәжәғәт әҙерләнәсәк.

«2011 йылдағы айыҡ ауыл» республика конкурсы ауыл биләмәләре етәкселәрен айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға дәртләндереү маҡсатында үткәрелә. Уның ойоштороусыһы булып Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Белорет районының Мөхәмәт ауылы, Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы, Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй, Ҡолбай,Күпсәнәй, Рәтамаҡ һәм Спартак ауылдары, Әбйәлил районының Ҡырҙас һәм Әхмәт ауылдары, Учалы районының Сөләймән ауылы конкурста ҡатнашыуға беренсе булып заявкалар бирҙе. Был ауыл биләмәләре алкоголгә ҡаршы саралар үткәрә башланы ла инде.