Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ике айҙа Куйбышев тимер юлы менән 10 млн тоннанан ашыу йөк ташылған

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың ике айында Куйбышев тимер юлы 10 миллион тоннанан ашыу йөк ташыған, был уҙған йылдағы күрһәткестән 6,1 процентҡа күберәк.

Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм йөк күләмендә нефть продукттары өлөшө 59% самаһы тәшкил иткән. Бынан тыш, йөктәрҙең дөйөм структураһында ярайһы ҙур өлөштө химикаттар һәм сода (8,5%), сәнәғәт сеймалы (6,6%) һәм төҙөлөш тауарҙары (6%) алып тора. Төҙөлөш тауарҙары, кокс, автомобилдәр һәм цемент ташыуҙа иң ҙур үҫеш күҙәтелә.

Белгестәр фекеренсә, йөк ташыу өлкәһендә ыңғай динамикаға Куйбышев магистрале яуаплылығы зонаһында булған төбәктәрҙең сәнәғәт потенциалының тергеҙелеүе һәм үҫеше, шулай уҡ тимер юлсыларҙың яңы транспорт маршруттарын ойоштороу һәм клиенттар йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге булышлыҡ иткән.

Шуны ла өҫтәргә кәрәк: Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге, ғәҙәттәгесә, нефть продукттарын ташыуҙа алдынғы урында килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть