4 декабрь, Йәкшәмбе

10 март 2011 йыл, 9:09

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең эшлекле даирәләре вәкилдәре осраша

автор: Любовь Колоколова

Кесаҙна, 10 мартта, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе эшлекле даирәләре вәкилдәренең бизнес-осрашыуы үтәсәк.    

БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Силәбе делегацияһы кисә Өфөлә асылған Инновация-сәнәғәт салоны сиктәрендә үтәсәк 12-се «Промэкспо-2011» махсус күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ. Бизнес-осрашыу форум саралары сылбырын башлаясаҡ.  

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында билдәләүҙәренсә, Силәбе өлкәһе предприятиелары Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары менән эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Бизнес-осрашыу сәғәт 10-да башлана.