Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан имамдары квалификацияһын күтәрә

Йәмғиәт

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының саралар планы буйынса ағымдағы йылда республика имам-хатиптары менән айлыҡ семинарҙар үткәреү ҡаралған. Сираттағы семинар Октябрьский ҡалаһының «Нуруль-ислам» мәҙрәсәһендә үткәрелде. Ул Туймазы, Шаран, Бүздәк, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Миәкә, Бәләбәй райондарының һәм Октябрьский ҡалаһының 80-дән ашыу имамы, шулай уҡ Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе секретары Абдуссамад хәҙрәт Ваһапов ҡатнашлығында үтте. Бында мәхәлләләрҙә көн дә осраған мөһим мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы. Был конфессия-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә татыулыҡ һәм тотороҡлоҡто һаҡлау, экстремизм һәм ваһһабизмдың үтеп инеүенә, дини секталар таралыуына ҡаршы тороу, мосолмандар һәм дөйөм алғанда бар йәмғиәт араһында дини нигеҙҙә тыуған килешмәүсәнлекте бөтөрөү, кадрҙар менән тәьмин итеү, дини белемде һәм квалификацияны күтәреү һәм башҡа төрлө мәсьәләләр, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть