4 декабрь, Йәкшәмбе

09 март 2011 йыл, 17:50

Яңауыл районында Масленица үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылында Масленица үтте. Ауыл Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтар өсөн уйындар, спорт саралары һәм концерт номерҙары әҙерләгән ине.

Айырыуса халыҡ иғтибарын борондан килгән Масленица байрамын сәхнәләштереү йәлеп итте. Тантананы ойоштороусылар йөҙ йыл элек халыҡтың был байрамды нисек күңелле билдәләүен күрһәтте.

Ауыл халҡы менән бергә халыҡ уйындарында Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һәм Республика удмурт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ренат Ғәләмшин ҡатнашты.

темалар: масленица