3 декабрь, Шәмбе

09 март 2011 йыл, 17:07

Иртәгә һалым түләү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Иртәгә, 10 мартта, РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының һалым түләүселәр һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге начальнигы Сергей Шурыгин ҡабул итә.

Ҡабул итеү 16 сәғәттә башлана.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы).

Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс