5 декабрь, Дүшәмбе

09 март 2011 йыл, 16:58

Республикала халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре араһында «йылыныу» һиҙелә башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре араһында «йылыныу» һиҙелә башланы. Шундай фекерен әйтте 6 мартта «Рәсәй» телеканалына интервьюһында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты әйтеүенсә,  ул үҙенең бөтә сығыштарында властың кешеләргә хеҙмәт итергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул үҙ эшмәкәрлеген ошо принциптан сығып төҙөргә тырыша.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, һуңғы арала Башҡортостанда шундай тенденция күҙәтелә: урындарҙа, ауыл биләмәләрендә власть кешеләрҙе тыңлай һәм ишетә башланы.

— Был «йылыныуҙың» тулы ҡанлы тормош алып барыуға килтереүен теләр инем, – тине республика Президенты. – Бер ваҡытта ла кешеләрҙән ситләшмәүҙе, уларҙың власҡа ысынлап ышаныуын теләйем. Кешеләр ябай халыҡ тағы ла яҡшыраҡ йәшәһен өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер булған намыҫлы кешеләр эшләүен белһен һәм уларға ышанһын ине, тип теләйем.