10 декабрь, Шәмбе

09 март 2011 йыл, 16:36

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсында ҡатнашыусылар Өфөлә йыйыла

автор: Эльмира Сабирова

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы — 2011», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2011», «Татар теле һәм әҙбиәте йыл уҡытыусыһы — 2011» республика конкурстары ҡатнашыусылары өсөн 10 мартта Өфөлә, БР Мәғарифты үҫтереү институтында, семинар үтәсәк. Уның сиктәрендә тренингылар, эшлекле уйындар һәм уҙған йылдар конкурстары еңеүселәренең мастер-кластары планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар — буласаҡ конкуренттар менән аралашыу мөмкинлеге, иң мөһиме — ябай булмаған конкурс һынауҙарына әҙерлек ул. Конкурсанттар, бынан тыш, ярышта үҙеңде нисек тоторға, стрестан нисек ҡотолорға, тулҡынланыуҙы еңергә өйрәнәсәк.  

Йыл һайын үткәрелеүсе республика педагогик оҫталыҡ конкурсы Өфөлә апрелдең беренсе яртыһында үтәсәк.