10 декабрь, Шәмбе

09 март 2011 йыл, 15:06

Ерҙән файҙаланыу буйынса күсмә семинарҙар башланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәр уҡытыу буйынса күсмә зона семинарҙары ойоштора. Был саралар дәүләт һәм муниципаль милектәге ер участкалары менән эш итеү һәм улар менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек алып барыусы белгестәрҙе әҙерләүгә йүнәлтелгән.  

Семинарҙар Росреестрҙың БР буйынса идаралығы, БР буйынса Ер кадастр палатаһы, республика Прокуратураһы ҡатнашлығында үтә.

10 мартта дәрестәр Әбйәлил районы буйынса Муниципаль милеккә идара итеү комитетында үтәсәк. Бынан алда улар Кушнаренко районында үткәрелгәйне.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәте буйынса, семинарҙарҙа ерҙән файҙаланыу, ер тураһында закондарҙы күҙәтеү һәм ер участкаларын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала.