10 декабрь, Шәмбе

09 март 2011 йыл, 14:04

Башҡортостанда Мордва Республикаһы көндәре башлана

автор: Тимур Рәхмәтуллин

9 марттан 12-һенә тиклем Башҡортостанда Мордва Республикаһы көндәре үтәсәк. Башҡортостанға Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары — Мордваның мәҙәниәт министры Петр Тултаев, милли сәйәсәт буйынса министр Александр Лузгин, милли сәйәсәт буйынса министр урынбаҫары Александр Карьгин, Волга буйы фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәте үҙәгенең башҡарма директоры Юрий Мишанин, Мордва республика берләштерелгән крайҙы өйрәнеү музейы директоры Павел Калигин, «Якстерь тяштеня» журналының баш мөхәррире Вера Брындина һәм «Чилисема» журналының баш мөхәррире Николай Ишуткиндан торған делегация килә.

Мордва көндәре сиктәрендә Өфөнөң Конгресс-холында «Мордва халҡы мәҙәниәте – күп милләтле Рәсәй байлығы» тип аталған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Шунда уҡ ике республика етәкселеге ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы көтөлә.

Мордва делегацияһы Стәрлетамаҡҡа һәм Федоровка районына барасаҡ.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһында 26 меңдән ашыу мордва милләтенән булған кеше йәшәй. Мордвалар башлыса Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Шишмә райондарында төпләнгән. Башҡортостандың мордва диаспораһына телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау өсөн яҡшы нигеҙ булдырылған. Мордва теле республиканың 13 мәктәбендә уҡытыла. Предмет булараҡ мордва телен 442 уҡыусы өйрәнә. Республика мәктәптәрендә йәмғеһе мордва милләтле 2216 уҡыусы белем ала. 11 мордва теле һәм әҙәбиәте кабинеты йыһазландырылған. Стәрлетамаҡ педагогия колледжында буласаҡ башланғыс класс уҡытыусылары һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре өсөн мордва төркөмдәре асылған. Үҙешмәкәр сәнғәт үҫешә. 18 мордва ижади коллективтарының дүртеһе «халыҡ» исеменә лайыҡ булған. 2000 йылдан алып база библиотекаһы – Башҡортостандағы мордва халҡын хеҙмәтләндереүсе Федоровка үҙәкләштерелгән китапхана системаһы эшләй.

Николай Герасимов етәкләгән Башҡортостан Республикаһының Мордва милли-мәҙәни автономияһы ла мордваларҙың мәҙәни традицияларын һәм телен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Бөгөн был ойошма Башҡортостандың бөтөн мордва диаспораһын берләштерә. Уның арҡаһында мордвалар Мордва Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә, милли мәғариф, халыҡ ижады үҫеше мәсьәләләре хәл ителә.

Хөкүмәттәр араһындағы Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә һәм Мордва менән Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары араһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыу арҡаһында Башҡортостан мордваларының тарихи ватаны менән ныҡлы бәйләнештәре булдырылған.