Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә 2011 йыл аҙағына тиклем ете балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Йәмғиәт

Сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыу ата-әсәләр өсөн дә, властар өсөн дә киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала — Өфөлә 17 мең самаһы бала юллама алыуға сиратта тора. Проблеманы хәл итеүҙең ике юлы барлығы ла билдәле – яңы балалар баҡсалары төҙөү һәм ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары системаһына тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған иҫке биналарҙы ҡайтарыу.  

Баш ҡалала 2011 йыл аҙағына тиклем ете балалар баҡсаһы төҙөләсәк, йәнә бишәүһе — Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында — маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмаған биналар кире ҡайтарыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡаланың Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Марат Гәрәев хәбәр итте.

Урындар етешмәү проблемаһын балалар баҡсаһына йөрөмәгән сабыйҙар өсөн ҡаралған мәктәпкәсә тәрбиә биреүҙе ойоштороуҙың яңы формалары өлөшләтә хәл итергә ярҙам итә.

Өфөнөң Мәғариф идаралығы мәғлүмәте буйынса, 500-ҙән ашыу бала ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән 47 төркөмдә тәрбиәләнә. Тағы 101 бала 33 ғаиләлә тәрбиәләү төркөмөнә йөрөй.

Бынан тыш, Идаралыҡтың баш белгесе Ирина Саморукова әйтеүенсә, 1,5 йәшкә тиклемге балаһы булған һәм социаль яҡлау органдарында иҫәптә торған күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә өс мең һум күләмендә компенсация түләнә. Март башына ҡарата бындай ярҙам 1024 ғаиләгә күрһәтелә.

Шулай уҡ Өфөлә алты дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть