Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Мәғариф министры итеп Әлфис Ғаязов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Әлфис Ғаязовты Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры итеп тәғәйенләне. Был турала БР Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Беҙҙең белешмә: Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылда Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. 1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Бөрө педагогия институтының ВЛКСМ  комитеты секретары вазифаһында башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң ошо институттың кесе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1983–1986 йылдарҙа – Силәбе педагогия институтының педагогика кафедраһы аспиранты.

1986-1987 йылдарҙа – Бөрө педагогия институты педагогика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

1987 – 1989 йылдарҙа – Бөрө педагогия институтының биология факультеты деканы.

1989 – 1997 йылдарҙа – Бөрө институтының педагогика һәм психология факультеты деканы.

1998 – 2000 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы мөдире.

2000 йылдан алып әлеге көнгә тиклем – Башҡорт дәүләт педагогия университетының Педагогика институты директоры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть