3 декабрь, Шәмбе

09 март 2011 йыл, 9:42

Григорий Рапота ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

— Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!

Һәр кешенең  — өлкәндәрҙең һәм балаларҙың бәхетле тормошо өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе — ҡатын-ҡыҙ йөрәгенең йылылығы һәм изгелеге. Беҙ  яҙмышыбыҙҙағы күп нәмә өсөн әсәйҙәребеҙгә, яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бурыслы, шуға күрә һеҙҙең өсөн донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышабыҙ.

Хәҙерге тормоштоң көсөргәнешле шарттарында һеҙ карьера баҫҡысынан  күтәрелергә  һәм балалар тәрбиәләргә, ижтимағи эш менән шөғөлләнергә һәм заман менән бергә атларға өлгөрәһегеҙ. Волга буйы федераль округында әүҙем һәм башҡаларҙың проблемаларына битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар күп, улар дөйөм дәүләт бурыстарын хәл итеүҙә гражданлыҡ йәмғиәтенең таянысы булып тора.

Байрам көндәрендә беҙ һәр ваҡыт иң нескә хис-тойғолар енән әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ. Күп балалы әсәләргә һәм ғаиләләрендә уллыҡҡа алынған балалар тәбиәләүселәргә айырым ихтирам күрһәтәбеҙ. Был — ысын батырлыҡ, һәм беҙҙең йәмғиәттә һәр кеше бындай әсәләрҙең хеҙмәтен хөрмәт итергә тейеш.

Һеҙҙең барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, ғаилә бәхете теләйем. Яҡындарығыҙ  һәр ваҡыт иғтибар һәм ҡайғыртыусанлыҡ  күрһәтһен!”