9 декабрь, Йома

09 март 2011 йыл, 10:53

Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультациялар дауам итә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар дауам итә. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген һәм юридик яҡтан белемен арттырыу маҡсатында ойошторола.  

10 мартта «Бәләкәй бизнес субъекттарына һалым һалыу үҙенсәлектәре» («КонсультантПлюс» хоҡуҡи белешмә системалар программаһын файҙаланып) темаһына консультацияны «Респект» хоҡуҡ компанияһының «Ҡыҙыу линия» хеҙмәте етәксеһе Ирина Гаврилова үткәрә.

16 мартта «БизнесЯрҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кадрҙар хеҙмәте белгесе Елена Әминева «Бәләкәй бизнес предприятиеларында кадрҙарға бәйле документтар әйләнеше» темаһына кәңәштәр бирә.

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 241-47-44.

23 мартта ошо уҡ адрес буйынса «Эшҡыуарҙар мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы көнүҙәк мәсьәләләр» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Уны ҡала прокуратураһы ҡатнашлығында Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе үткәрә.