Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Ҡатын-ҡыҙ – бәхеткә саҡырыу ул»

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән ҡотланы.

— Бөгөн беҙҙең, ир-егеттәрҙең, һеҙгә  — хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, иң изге хистәребеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинселегебеҙ бар. Һеҙ үҙегеҙҙең иңдәрегеҙгә ғаилә усағы, йылылығы һәм именлеге өсөн яуаплылык һалғанһығыҙ. Шул ук вакытта күптәр балаларын тәрбиәләп, йорт мәшәҡәттәре менән генә булып ҡалмай, һөнәри эшсәнлектә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Белемлелегегеҙҙе, ойошҡанлығығыҙҙы, ҡайғыртыусанлығығыҙҙы күрһәтеп, һеҙ ир-егеттәр менән бер рәттән республикабыҙ тормышоноң күп тармаҡтары үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Дәүләттең һәм йәмғиәттең төп бурысы — ҡатын-кыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тәьмин итеү, ғаиләне һәм әсәләрҙе һаҡлау. Башҡортостанда  ошо максаттар дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең көндәлек проблемаларығыҙ һәм талантығыҙҙы, белем-осталығығыҙҙы тулы күләмдә ҡулланыу өсөн шарттар тыуҙырыу киләсәктә лә беҙҙең иғтибар үҙәгендә булыр.

Ҡатын-ҡыҙ – бәхеткә саҡырыу ул, тиҙәр. Һәм беҙ, ир-егеттәр, ошо саҡырыуға лайыҡлы булырға ынтылырға тейешбеҙ. Байрам көнөндә генә һеҙгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтергә тейеш түгелбеҙ. Һәр көн һеҙҙең өсөн ышаныслы терәк, хәстәрле ул, яратыусы тормош юлдашы, изгелекле хеҙмәттәш, тоғро дуҫ булырға бурыслыбыҙ.

Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем, — тиелә төбәк башлығының ҡотлауында.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть