11 декабрь, Йәкшәмбе

09 март 2011 йыл, 10:00

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡыйғы районының проблемалары менән танышты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Р.Хәлиуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре сиктәрендә Ҡыйғы районында булды.

Бында Рөстәм Хәмитов Ҡолмәт ауылының урта мәктәбен ҡараны. 1927 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһы ныҡ иҫкергән. Бында 1-9-сы кластарҙа  40 уҡыусы белем ала. Артабан уҡырға теләүселәр күрше Йыланлы ауылына бара. Ҡолмәт мәктәбендә 9 класта бер генә ҡыҙ уҡый.

Мәктәп бинаһын урындағы ҡаҙанлыҡ йылыта, әммә класс бүлмәләре һыуыҡ.  Бында спортзал юҡ, шуға ла балалар физкультура дәресен тығыҙ бүлмәлә үткәрә.

Белем йортоноң йәнә бер проблемаһы – матди базаның ярлылығы. Икенсеһе — информатика кабинетында ете генә компьютер Интернетҡа тоташтырылған, ләкин уныһының да тиҙлеге үтә түбән (256 кб/с).

Урындағы халыҡ фекеренсә, иҫке бинаны емереп, уның урынына яңы мәктәп төҙөргә кәрәк.

Ҡолмәт ауылы янында Рөстәм Хәмитов «Төньяҡ-Көнсығыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы туристик комплекс төҙөлөшөн ҡараны. Бында тау саңғыһы күтәргестәре урынлаштырылған, пейнтбол өсөн арена бар, пони һәм дөйәләрҙә йөрөү өсөн трасса һалынған.

Комплекстың күңел асыу зонаһы төҙөлөшөнә һәм уның янындағы ауыл хужалығы предприятиеһына 70 миллион һум самаһы аҡса һалынған.

Республика башлығы шулай уҡ Ҡыйғы районының үҙәк район дауаханаһында булды. Бында ла үҙ проблемалары. Яңы хирургия комплексы төҙөлөшө 2009 йылда туҡтатылған, сөнки документтар буйынса был бина ҡаралмаған.

Медицина персоналы әйтеүенсә, “Росстройнадзор” төҙөлөш сифатына дәғүәләр белдереү арҡаһында был объектты рәсмиләштерергә рөхсәт бирмәй. Хирургия комплексында лифттарҙы ебәреү мөмкинлеге юҡ. 2009 йылдан алып электр селтәренә тоташтырылмағанлыҡтан, рентгенология бүлексәһе эшләмәй.