8 декабрь, Кесе йома

05 март 2011 йыл, 15:05

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан 5 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары — мәҙәниәт, фән, мәғариф, медицина, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты.

Төбәк башлығы ханымдарҙы яҡынлашып килгән яҙғы байрам – 8 март менән ҡотланы һәм йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Медицинала, мәғарифта, сауҙала ҡатын-ҡыҙҙар 70 проценттан ашыуын биләй. Был тармаҡтар, Президент әйтеүенсә, тормошобоҙҙоң нигеҙе булып тора.

— Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен еңеләйтергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең күптәрегеҙ кешеләр менән эшләй. Бындай хеҙмәт иғтибар туплауҙы, көс һәм ныҡышмалылыҡ талап итә.

Ирҙәр өсөн эргәһендә ҡатын-ҡыҙҙың булыуы бик мөһим, тип билдәләне республика башлығы.