7 декабрь, Шаршамбы

05 март 2011 йыл, 15:21

Аграрийҙарҙы мал аҙығы проблемаһы борсой

автор: Светлана Ғәфүрова

Былтыр Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү тейешле кимәлдә үткәрелмәне. Был турала БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко министрлыҡ коллегияһы ултырышында хәбәр итте.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында быйылғы ҡышлатыуға һәр шартлы мал башына 17,1-әр центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләнде. Бесән —  340 мең тонна, йәғни талап ителгәндең 46,5 проценты, сенаж — 1220 мең тонна (54%), силос — 567 мең тонна (34%), фураж игене 290 мең тонна (57,2%) әҙерләнде. Бөгөн Башҡортостандың 22 районы ғына иген фуражы менән тәьмин ителде.

Николай Анатольевичтың фекеренсә, әгәр элекке йылдарҙа йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы булдырылһа, бөгөн ҙур аҡса түләп, республиканан ситтән ташырға тура килмәҫ ине.

— Беҙгә тонналар кәрәкмәй, сифатлы мал аҙығы әҙерләргә кәрәк, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе Николай Коваленко.

Республика аграрийҙарының мал аҙығы етештереү менән бәйле башҡа проблемалары ла бар. Атап әйткәндә, йыл һайын мал аҙығы баҫыуҙарының продуктлылығы кәмей. Уның уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар күрелмәй. Һуңғы йылдарҙа мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренә органик һәм минераль ашламалар индерелмәй тиерлек, игенселектә дисциплина насарайҙы.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда тәбиғи сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр ҙә яҡшынан түгел. Күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәре менән етди шөғөлләнергә кәрәк.