5 декабрь, Дүшәмбе

05 март 2011 йыл, 14:19

15 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 36-сы ултырышы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

15 мартта Өфөлә дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 36-сы ултырышы үтәсәк. Был турала ҡарарҙы республика парламенты Президиумы үҙенең 5 марттағы ултырышында ҡабул итте. Пленар ултырыштың көн тәртибенә 20-нән ашыу мәсьәлә индерелгән.

Ултырышта республика Хөкүмәтенең 2010 йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһында отчеты тәҡдим ителәсәк. Депутаттар 16 закон проектын тикшерәсәк, уларҙың 11-е буйынса эште тамамларға планлаштырыла. Шулай уҡ депутаттарға республиканың туғыҙ суд  участкаһына мировой судьялар вазифаһына кандидатураларҙы раҫларға кәрәк.