Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Зөфәр Еникеев Салауат Юлаев ордены менән наградланды

Сәйәсәт

5 мартта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Салауат Юлаев ордены менән Зөфәр Еникеев хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы наградланды. Тантаналы сара БР Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында үтте.

Юридик фәндәр докторы Зөфәр Еникеев республикала үҙенең фәнни һәм депутатлыҡ эшмәкәрлеге менән киң билдәле. Ун икенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты, өс тапҡыр, 1995 йылдан башлап,  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды, Урындағы үҙидара мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитетты етәкләне. 1996 йылдан 2000 йылға тиклем Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресында Рәсәй Федерацияһы вәкиле булып торҙо. 2010 йылдың сентябренән — БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть