Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

8 Март байрамында еүеш ҡар яуыуы көтөлә

Йәмғиәт

Яҙғы һауа торошо, кешелектең гүзәл яртыһы вәкилдәре кеүек үк, көйһөҙ, үҙгәреүсән. “Башгидромет”үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, 5 марттан Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрәсәк. Ҡоро һыуыҡтарға алмашҡа циклон ҡар килтерә. 5-6 мартта Башҡортостанда ҡар яуасаҡ, алмашыныусан тиҙлектә ел иҫеүе көтөлә. 6 мартта айырым райондарҙа күпләп ҡар яуасаҡ. 7 мартта яуым-төшөм кәмейәсәк.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә синоптиктар еүеш ҡар яуасаҡ һәм боҙлауыҡ буласаҡ тип күҙаллай.

Был көндәрҙә һауа температураһы күтәреләсәк. Көндөҙ минус 2-8 градус, төндәрен башлыса 7-12 градус һалҡын буласаҡ.

Ә 9 мартта Башҡортостанға һыуыҡтар ҡайтанан әйләнеп ҡайтасаҡ. Оҙаҡҡа түгел, әлбиттә, шулай ҙа ҡыш үҙ хоҡуҡтарын күрһәтеп аласаҡ әле.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть