10 декабрь, Шәмбе

05 март 2011 йыл, 11:52

«Агрокомплекс-2011»ҙә Рәсәйҙең 25 төбәгенән 200 предприятие ҡатнашасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

«АгроКомплекс-2011» күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 25 төбәгенән, Белоруссия, Польша, Германия, Канада һәм башҡа илдәрҙән 200 самаһы предприятие ҡатнашасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 марттан 18-енә тиклем Өфөләге Спорт һарайында 21-се «АгроКомплекс-2011» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе үтәсәк. Тәүге тапҡыр аграр форумда Мәскәүҙән «АгроСил», «Гольфстрим», Агроинжиниринг компанияһы, «Мустанг Ингредиентс», «СОГАЗ-Агро», «Тойс Ленд», «АгроПроектИнвест», «Бустер Рус» һәм башҡа компаниялар ҡатнашасаҡ.

Башҡортостанда үтәсәк күргәҙмә сиктәрендә беренсе тапҡыр «Пятигорсксельмаш» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт ҡошсолоғо өсөн инкубаторҙары һәм ситлек ҡорамалдары, шулай уҡ «Гомель радиозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Белоруссия) күсмә һыу ҡойоу машиналары, һабаҡ ҡырҡыу ҡулайламалары һәм йәшелсәләр йыйыу өсөн транспортерҙары күрһәтеләсәк. «Ивантеевский элеватормельмаш» иһә элеваторҙар өсөн ҡорамалдар ҡуясаҡ. Икмәк бешереү ҡорамалдарын күргәҙмәлә «Югпродмаш» һәм «Гольфстрим» фирмалары күрһәтәсәк. «АгроКомплекс» күргәҙмәһенең абруйы һәм имиджы йәнә Новосибирскиҙан, Татарстандан, Мәскәүҙән яңы компанияларҙы йәлеп итте.

Йыл һайын форум Башҡортостан етештереүселәре араһында нығыраҡ популярлаша бара. «АгроКомплекс»та «Баштехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уның ойошторолғанынан алып ҡатнаша. Быйыл компания Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа күрһәтелмәгән ҡорамалдарҙы күргәҙмәгә сығара. «Европейская агротехника-Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күргәҙмәгә килеүселәрҙе бөтә донъяға билдәле машиналар эшләү сәнәғәте лидерҙарының яңы эштәре менән таныштырасаҡ. Иглин үлсәү заводы яңы төр продукция производствоһын үҙләштергән, уларҙың эштәрен күргәҙмәлә ҡатнашыусылар ҙа  күрә аласаҡ. «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы ла ситтә ҡалмаясаҡ: был предприятие асыҡ майҙанда техниканың ҙур экспозицияһын әҙерләй.