11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2011 йыл, 11:51

Яҙғы баҫыу эштәренә дәүләт өҫтәмә рәүештә 150 млрд һум аҡса һаласаҡ

автор: Светлана Ғәфүрова

Йома көндө Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы коллегияһы ултырышы башланыр алдынан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко журналистарға үҙенең Тамбовта крәҫтиән-фермер хужалыҡтары съезында ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

Николай Анатольевич, съезд бик эшлекле үтте, тип баһаланы. Съездың тәүге көнө фермерҙарҙың Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының төрлө департаменттары менән эшенә арналды. Һәр департамент директоры съезд делегаттары алдында сығыш яһаны һәм уларҙың барлыҡ һорауҙарына яуап бирҙе.

Николай Коваленко фекеренсә, быйыл бер ваҡытта ла булмағанса бәләкәй ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренә һәм фермер хужалыҡтарына ҙур иғтибар бүленәсәк.

Икенсе көнөнә съездың эшендә ҡатнашҡан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин да был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирҙе.

Съезда быйыл ғәмәлгә ашырыласаҡ мөһим момент телгә алынды: дәүләт яҙғы баҫыу эштәренә өҫтәмә рәүештә 150 миллиард һум аҡса бүләсәк. Яҙғы баҫыу эштәренә кредит биреү ставкалары кәметелде. Өс айға минималь ставкалар 7,75 проценттан 10 процентҡа тиклем тәшкил итә.

Муниципаль райондар гарантияһына һәм залог фондтарына кредит биреү киң ҡулланыласаҡ.

«Росагролизинг»ыла ла үҙгәрештәр байтаҡ. Быйыл лизингыға техника 50 процентҡа арзаныраҡҡа һатыласаҡ. «Росагролизинг» етештереүселәр менән аралашсыһыҙ, туранан-тура эшләйәсәген иҫәпкә алып, ватанда етештерелгән бөтә техника 15-20 процентҡа арзаныраҡҡа төшәсәк. Лизингыға техниканың күп өлөшөн фермерҙар аласаҡ.

Лизингыға тоҡомло мал алыуҙа ла етди үҙгәрештәр көтөлә. Быйыл тоҡомло малдарҙы лизингыға залогһыҙ, хаҡының 20 процентын ғына индереп тә алып буласаҡ.

Рәсәй Федерацияһы бюджетынан өҫтәмә рәүештә бөтөн элиталы орлоҡтарҙы субсидиялаштырыуға средстволар бүленә. Минераль ашламалар һатып алыуға ла финанслау арттырылды.