11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2011 йыл, 10:42

Рөстәм Хәмитов йәмғиәт тормошонда судьяларҙың ролен юғары баһаланы

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Өфөлә район (ҡала) судтары судьяларының һәм мировой судьяларҙың кәңәшмәһе үтте. Коллегия эшендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин, БР-ҙың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров, БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко, федераль һәм мировой судьялар, район һәм ҡала судтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

— Бөгөн залда властың бөтә өс тармағы — суд, закондар сығарыу һәм башҡарма власть етәкселәре йыйылған. Был һеҙҙең эшмәкәрлеккә иғтибар бик ҙур һәм эшегеҙ үтә мөһим булыуы хаҡында һөйләй, — тип йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов. — Бөйөк рус тарихсыһы Карамзин: «Закондар ниндәй тип һорамағыҙ, судьялар ниндәй тип һорағыҙ», тигән. Закондың нисек эшләүе судьяларға бәйләнгән. Судтар йәмғиәтте модернизациялауҙың төп элементы булып тора ала. АҠШ-та расалар тигеҙһеҙлегенә судтар ҡарары менән сик ҡуйылды. Иҡтисади үҫеш перспективалары ла судтарға бәйләнгән. Һуңғы ваҡытта мин республикаға аҡса һалырға теләгән тиҫтәләгән сит ил делегацияларын ҡабул итәм, уларҙың барыһының да төп һорауы: судьялар нисек эшләй? Улар инвесторҙарҙың хоҡуҡтарын яҡларҙармы?

Күп судтарҙың эштәре сиктән тыш күп, тип билдәләне Башҡортостан Президенты, һәм республика етәкселеге уларға ярҙам итергә тырыша. «Мин Хөкүмәткә һәм хакимиәттәр башлыҡтарына бөтә судтарҙы суд ултырыштары өсөн залдар менән тәьмин итергә ҡуштым», — тине Рөстәм Хәмитов.

Президент кадрҙар сәйәсәте буйынса ла әйтеп уҙҙы.  

— Квалификация коллегиялары тәжрибәһеҙ кешеләрҙе, йәки талаптарға яуап бирмәй тип, Мәскәү кире ҡайтарған кандидатураларҙы тәҡдим итеүенә юл ҡуйырға ярамай. Күп юристар судья булырға хыяллана. Йәмғиәттә уларҙың статусы бик юғары, был абруйлы. Шундай хәлдә иң яҡшыларҙы һайлап алырға мөмкин бит. Беҙгә яҡшы репутациялы белгестәр кәрәк.  

Һуңғы йылда республика халҡынан федераль һәм мировой судьяларҙың эштәренә алты мең ялыу килде. Был ҙур һан, тип билдәләне Президент.

— Ялыуҙар төрлө, судьяларҙың профессиональ һәм шәхси сифаттарына ҡарата. Халыҡ фекерен һанға һуҡмаҫҡа ярамай, — тине республика башлығы. — Һуңғы ваҡытта власть һәм халыҡ, власть һәм ғәҙеллек тураһында күп телгә алына. Кешеләр власҡа ышанмай. Был судтар берләшмәһенә лә ҡағыла. Халыҡ беҙгә ышанырға, беҙ үҙ эшебеҙҙе намыҫлы башҡарыуыбыҙҙы белергә тейеш. Ышаныс һәм ғәҙеллек булмауы йәмғиәтте тарҡата, фажиғәле эҙемтәләргә килтерә. Һеҙҙән яуаплы һәм ғәҙел булыуығыҙҙы үтенеп һорайым.