Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йыл башынан алып мал аҙығы һатып алыуға 50 млн һум бүленгән

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында кисә 2010 йыл йомғаҡтары һәм 2011 йылға бурыстар буйынса коллегия ултырышы үтте. Коллегия алдынан министрҙың беренсе урынбаҫары Николай Коваленко журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Атап әйткәндә, Николай Анатольевич, аграр секторға насар йоғонто яһаған аномаль эҫе һәм ҡоролоҡло йәйгә бәйле, уҙған йыл аҙағында республикала мал аҙығы һатып алыуға һәм уны ситтән ташыуға өҫтәп 90 миллион һум бүленде, тип хәбәр итте. Ағымдағы йыл башында был маҡсатҡа 50 миллион һум бүленгәйне инде. Ләкин, Николай Коваленко фекеренсә, был сумма мал иҫәбен тулыһынса һаҡлап ҡалыу өсөн етерлек түгел. Шулай ҙа фермер хужалыҡтарында һәм ҙур булмаған ауыл хужалығы етештереүселәрендә  малсылыҡ өлкәһендә тотороҡлоҡҡа өлгәшелде.

— Быйылғы беҙҙең бурыс – республикала мөмкин тиклем мал иҫәбен һаҡлап ҡалыу, — тине Николай Коваленко. — Тоҡомоло мал һатып алыу һәм тороҡландырыу үткәреү элеккесә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть