9 декабрь, Йома

04 март 2011 йыл, 17:50

«Балалыҡты ҡайтарыу» округ проектының эшсе төркөмө ултырышы үтте

автор: "Башинформ"

4 мартта Өфөлә Башҡортостан Республикаһында «Балалыҡты ҡайтарыу» балалар йорттарына ярҙам һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың социаль яраҡлашыуы округ проектының эшсе төркөмө ултырышы үтте. Унда БР Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, БДУ, «Изге ихтыяр» Волга буйы федераль округы йәштәр доброволецтар хәрәкәтенең төбәк ячейкаһы вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты БР буйынса федераль инспектор Алексей Ковальский алып барҙы.

Ултырышта «2011 йылғы сығарылыш уҡыусыһы» округ акцияһын тормошҡа ашырыуҙа төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың ғәмәлдәрен яраштырыу тикшерелде. Осрашыу йомғаҡтары буйынса протокол төҙөлдө, унда акцияны тормошҡа ашырыуҙың төп механизмдары һәм яҡтарҙың яуаплылығы теркәлде.

БР буйынса Баш федераль инспектор аппараты акцияны һәр яҡлап яҡлауға һәм  республика, федераль киң мәғлүмәт сараларында уны тормошҡа ашырыу барышын сағылдырыуға контроллек итәсәк.