Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Медиктарға ялыуҙар артҡандан-арта бара

Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда халыҡтың медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәре һиҙелерлек артты. Мәҫәлән, 2010 йылда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына граждандарҙан дүрт мең яҙма мөрәжәғәт килде, был былтырғыға ҡарағанда 34 процентҡа күберәк.

БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев ведомствоның 2010 йыл йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән коллегияһында һөйләгән докладында билдәләүенсә, 100 мең кешегә иҫәптән хаттарҙың иң күбеһе Өфө, Салауат, Күмертау ҡалалары, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондары халҡынан килгән.

Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, медикаменттарҙы һаҡлау һәм ебәреү шарттарын күҙәтмәү, дарыуҙарҙың минималь ассортименты, медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн кәрәкле матди-техник йыһаздарҙың тулы исемлеген раҫлаусы документтар булмау, медицина ярҙамы сифатына ведомство эсендәге контроль тейешенсә ойошторолмау менән бәйле ҡағиҙә боҙоуҙар йышыраҡ осрай.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы, әгәр етәкселәр халыҡ менән йышыраҡ аралашһалар, граждандарҙың проблемаларына иғтибар бирһәләр, ҡағиҙә боҙоуға юл ҡуймау сараһын күрһәләр, ялыуҙар ҙа аҙыраҡ булыр ине, тип иҫәпләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть