9 декабрь, Йома

04 март 2011 йыл, 16:41

Йәштәрҙең ғаиләне планлаштырыуға арналған осрашыуы үтте

автор: Марина Шумилова

Өфөлә «Аҡмулла» мәғрифәтселек клубы сиктәрендә Башҡорт йәштәре яҡташлыҡтары ассоциацияһы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә ғаиләне планлаштырыуға арналған осрашыу үткәрҙе. Йәштәр менән республика перинаталь үҙәге врачтары осрашты.

«Ғаиләне планлаштырыу» төшөнсәһе һуңғы йылдарҙа яңы йөкмәтке менән тулыланып, тормошобоҙға әүҙем үтеп инә бара. Әгәр элек был терминды тыуымды сикләү йәки контролгә алыу менән бәйләһәләр, хәҙер ғаиләне планлаштырыу ул, иң элек, көтөлгән һәм сәләмәт балалар табыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген тәьмин итеү. Үҙ һаулығыңа нисек ҡарарға кәрәк? Ғаиләне нисек планлаштырырға? Нәҫелең һау-сәләмәт булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Аборт эҙемтәләре? Ошо һәм башҡа шундай уҡ мөһим һорауҙарға перинаталь үҙәк врачтары яуап бирҙе. Перинаталь үҙәк эше тураһында осрашыуҙа ҡатнашыусыларға үҙәк бүлексәһе мөдире Динара Ибраһимова һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙәк пациенттарының 30-40 проценты тулыһынса тиерлек һауыға, һәм ҡатын-ҡыҙҙа үҙ балаһын табыу өмөтө уяна. Шулай ҙа ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда иҫкәртеүе яҡшыраҡ.

Осрашыуҙа «ирекле мөнәсәбәттәр»ҙең нигә килтереүе, иртәме-һуңмы ата-әсә буласаҡ йәштәрҙең яуаплылығы тураһында ихлас һөйләшеү алып барылды.

Һөйләшеүҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, Башҡарма комитет ағзалары Гүзәл Ситдиҡова, Ләлә Биишева, Иршат Аҫылғужин, Рим Вәлиәхмәтов әүҙем ҡатнашты, улар үҙ тормош тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Бында барыһының да фекере берҙәм булды: милли традицияларҙы күҙәтеү – үҫеп килеүсе быуынға әхлаҡи тәрби биреүҙең мөһим шарты.