11 декабрь, Йәкшәмбе

04 март 2011 йыл, 15:56

Аслыҡ иғлан итеүсе өлөшсөләр Башҡортостан Президенты менән осрашырға өмөтләнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йорто алдында алданған өлөшсөләр митингыһы үтә. Унда өс инициатива төркөмөнән 30-лап кеше ҡатнаша. Улар «Простор», «Геострой» һәм «Башснабкомплект» төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ объекттары өлөшсөләре булып тора.

Митингыға сығыусыларҙың береһе Эльвира Орлованың һүҙҙәренә ҡарағанда, граждандар шул рәүешле "һаҡаллы" төҙөлөштәр проблемаларын хәл итеүгә урындағы властар яғынан иғтибар булмауына үҙ ризаһыҙлыҡтарын белдерә.  

Шулай уҡ ул Өфөлә аслыҡ иғлан итеүсе өлөшсөләрҙең арта барыуы хаҡында хәбәр итте.  

— Улар аҙағынаса барырға йыйына. Төп талаптары араһында – республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән шәхси осрашыу һәм был проблема буйынса күрелгән сараларҙан Өфө хакимиәтен ситләтеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эльвира Орлова.