6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2011 йыл, 15:51

5 мартта Бүздәк ауылында ҡаңныларҙың I съезы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

5 мартта Бүздәк районының хакимиәт үҙәге Бүздәк ауылында боронғо башҡорт Ҡаңны ырыуының  I съезы үтәсәк. Уны ойоштороусылар булып Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Муллаян Халиҡов исемендәге Төбәк йәмәғәт фонды сығыш яһаны, тип хәбәр итә Бөтөн донъя башҡорттары Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Муллаян Халиҡов фонды рәйесе, крайҙы өйрәнеүсе Фәнил Шәрипов съезд делегаттарын Ҡаңны ырыуының тарихы менән таныштырасаҡ.  Съезд программаһына Ҡаңны ырыуына арналған телевизион документаль фильмын ҡарау ҙа индерелгән.