6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2011 йыл, 15:28

Андрей Строкин: "Башҡортостан –паралимпия хәрәкәте лидеры"

автор: Дмитрий Слезин

— Башҡортостан Республикаһы – паралимпия хәрәкәтен пропагандалау һәм үҫтереүҙә алдынғы төбәк, быны беҙҙең илдәге бар белгестәр ҙә билдәләй,— тине бөгөн Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышындағы сығышында Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты Андрей Строкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, планетаның һәр төрлө паралимпия ярыштарында, шул иҫәптән Паралипиадаларҙа сығыш яһап, Андрей Строкин йөҙөүҙәге ҡаҙаныштарын Башҡортостан һәм ватан спорты тарихына «алтын» хәрефтәр менән яҙҙы.

Андрей Строкин Башҡортостан паралимпиясыларына ярҙам иткәндәре һәм әҙерләгәндәре өсөн республика етәкселегенә, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына, шулай уҡ коллегияла ҡатнашҡан директорҙары Евгений Емельянов йөҙөндә БР Юғары спорт оҫталығы әҙерлеге үҙәгенә рәхмәтен белдерҙе.

Әлеге паралимпия миҙгелендә, вице-президенттың билдәләүенсә, Башҡортостан паралимпиясылары донъя кимәлендәге ике ярышта ҙур уңышҡа өлгәште – был Яңы Зеландияла үткән еңел атлетика буйынса планета чемпионаты, саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса донъя Кубогы этаптары.

— Өфөлә Паралимпия Үҙәге асырға тәҡдим итеүҙәре – республикабыҙҙың ҡаҙаныштарын таныу ул, — тип йомғаҡ яһаны Андрей Александрович.

Ултырышта айырым функционерҙарға һәм спортсыларға паралимпия хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн наградалар тапшырылды, улар араһында  күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов та бар. Иреккә Рәсәйҙең «Адаптив спортта йыл спортсыһы» призы тапшырылды.