10 декабрь, Шәмбе

04 март 2011 йыл, 15:24

2010 йылда һалымсылар физик шәхестәр табышынан 29,8 млрд һум һалым йыйҙы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Башҡортостандың һалым органдары физик шәхестәрҙең табыштарына һалым (НДФЛ) буйынса 205 мең декларация ҡабул итте, был 2009 йылдағынан 17 процентҡа кәмерәк. Һалымдың был төрө буйынса бөтәһе 29,8 миллиард һум йыйылды. Был турала Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында үткән матбуғат конференцияһында  Идаралыҡтың һалым түләүселәр һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге начальнигы Сергей Шурыгин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, кәмеү һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә бәйләнгән.  

Быйылдан РФ Һалым кодексы менән физик шәхестәрҙә патент нигеҙендә эшләүсе сит ил граждандарының һалым декларацияһы тапшырыу үҙенсәлектәре билдәләнде. Патент хаҡы уны биргәнгә тиклем айына мең һум күләмендә билдәләнә. Һалым осоро йомғаҡтары буйынса сит ил кешеһе алған табышының дөйөм суммаһын билдәләргә тейеш. Фактик алынған табыштарҙан сығып иҫәпләнгән дөйөм сумма түләнгән аванстар суммаһынан ашып киткән осраҡта һалым органына декларация тапшырырға кәрәк.  

— Бөгөн граждандар декларацияларын бик әүҙем тапшыра, – тип билдәләне Сергей Шурыгин. – 1 мартҡа ҡарата республикала 20 меңдән ашыу документ ҡабул ителгән. Был былтырғы ошо уҡ осорҙағынан байтаҡҡа күберәк.

Декларация тултырыу өсөн «Декларация-2010» программаһы менән файҙаланырға мөмкин. Һалым органына декларация йәшәгән урын буйынса 30 апрелдән дә һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш. Ваҡытында тапшырмаған осраҡта граждандарға штраф янай.