8 декабрь, Кесе йома

04 март 2011 йыл, 14:55

Башҡортостан тәбиғәте өсөн быйылғы ҡыш ярайһы уңышлы булды

автор: Марина Чепикова

Календарь буйынса март, ә көндәр йылытырға йыйынмай. Халыҡ һыуыҡтан арыны, улар ҡарҙың тиҙерәк иреүен теләй. Ә хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына был яҡшымы, әллә насармы? Бына нимә ти был уңайҙан Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы директоры, биология фәндәре кандидаты Вәсилә Яңыбаева.  

— Уҙған йәй 30-35 градуслыҡ температуралары, әлһерәткес эҫеһе, ямғырҙарҙың булмауы кеүек катаклизмдары менән бар кешелекте хәүефләндерергә мәжбүр итте: парник эффекты беҙгә тағы нимә менән янай икән? 2010 йылдың ҡоро йәйе эҫелек буйынса 35 йылда ҡуйылған бөтөн рекордтарҙы ла үтте. Ауыр булһа ла, йәйге фажиғәне кешеләр ҙә, тәбиғәт үҙе лә күтәрә алды. Бик үк яҡшынан булмаған сюрприздар эстафетаһын артабан ҡыш дауам итте кеүек. Ләкин ул тотороҡло һыуыҡтары арҡаһында тәү ҡарашҡа ғына аномаль булып күренә. Тәбиғәт өсөн был бик яҡшы, файҙалы тыныслыҡ осоро.  

Беҙ Уралда ысын ҡышҡы һыуыҡтарҙың һәм мул ҡарҙың нисек булғанын онотҡанбыҙ. Әгәр айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе ойошторолғандан алып 80 йыл дауамында һауа торошон күҙәтеүсе Башҡортостан ҡурсаулығы мониторинг секторының инженерҙарынан һуңғы биш йылдағы мәғлүмәтте алһаҡ,  киләһе күренеш асыла. 2005 йылда ҡар тулыһынса 21 апрелдә иреп бөткән, ә бына көҙгөһөн сана юлы (ҡар тәрәнлеге 10 см һәм унан юғарыраҡ) ни бары 15 декабрҙә генә һалынған. Был ваҡыт биологтарҙа вегетатив осор дауамы тип атала, һәм ул 2005 йылда — 239 көн, 2006 йылда — 235 көн, 2007-лә – 238,  2008 – 259, 2009 – 217, 2010 йылда 223 көн тәшкил иткән, ә күп йыллыҡ уртаса күрһәткес 199 көн тәшкил итә. Был ҡыштарҙың беҙгә яҡынса ике аҙнаға һуңыраҡ килеүен, ҡыҫҡараҡ була барыуын, ҡарҙың аҙыраҡ яуыуын аңлата.

Быйылғы ҡыш беҙҙе мул ҡары менән ҡыуандырҙы, ә был, үҙ сиратында, ҡоштарҙың һалҡында ҡарҙа йәшенә алыуын аңлата, ә үҫемлектәр һәм ағастарҙың тамыры хаҡында һүҙ ҙә юҡ – уларға көрт аҫтында йылы. 30-37 градуслыҡ һыуыҡтар тәбиғәт өсөн ҡурҡыныс түгел, ә көндәрҙең йылытып, яңынан һыуытыуы ҡурҡыныс. Мәскәү өлкәһенә быйыл ошондай бәлә килде, унда көслө һыуыҡтар йылы көндәр менән алмашына. Ә беҙҙең киҫкен континенталь климатлы Көньяҡ Урал тәбиғәте өсөн быйылғы ҡыш бөтөн күрһәткестәр буйынса ла ярайһы уңышлы һәм яҡшы булды. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә быйыл ҡоштар һәм йәнлектәрҙең һыуыҡтан һәләк булыуы теркәлмәне, боҙланыуҙан һәм ҡар һалыуҙан ағастар ауыуы, ботаҡтар һыныуы ла күҙәтелмәне.