8 декабрь, Кесе йома

04 март 2011 йыл, 14:09

900 самаһы китапхана компьютерҙар менән тәьмин ителәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

— Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенттары 2012 йылдың 1 июленә тиклем китапханаларҙы 100 процент компьютерлаштырырға һәм уларҙы интернет селтәренә тоташтырыуҙы тәьмин итергә ҡушты. 2011 йылда беҙҙең бурыс — 880 муниципаль китапхананы компьютерҙар менән тәьмин итеү һәм уларҙы интернетҡа тоташтырыу, — тине БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов ведомствоның Өфө Конгресс-холында үткәрелгән киңәйтелгән коллегияһында.

Министр китапхана белгестәренә өҫтәмә белем биреү кәрәклеген билдәләп үтте. Мәҫәлән, «Компьютерный практикум» журналының социаль проекты сиктәрендә, БР Мәҙәниәт министрлығы апрелдән китапхана хеҙмәткәрҙәрен компьютерҙа эшләүгә бушлай дистанцион уҡытыуға тотонорға планлаштыра.  

— 2010 йылда республикала китапханаларға 24 млн тапҡыр килеү теркәлгән. Китапханалар иҫәбе, фондтарҙың ҙурлығы, уҡыусылар һәм китапханаға йөрөүҙәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тотороҡло рәүештә беренсе урынды биләй, — тине министр.

Шуға ҡарамаҫтан, республикала компьютерҙары булған китапханалар 25 процент ҡына тәшкил итә. Мәғлүмәтләштереү процесы моделле китапханалар ойоштороу арҡаһында үҫешә. 2010 йылда уларҙың иҫәбе 34 берәмеккә артты һәм 83-кә етте. 2011 йылға тағы 60 моделле китапхана булдырыу планлаштырылған. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй, беренсе урында Сыуаш Республикаһы (бөтә 500 ауыл китапханаһы ла моделле), икенсе урында – Белгород өлкәһе (116).

— Моделле китапханалары булмаған муниципаль берәмектәрҙең был проектҡа әүҙемерәк ҡушылыуҙарын үтенәбеҙ, — тине министр.