Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың төп иҡтисадсылары Мәскәүҙә конференцияла булды

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре Мәскәүҙә «Рәсәйҙә көйләү йоғонтоһон баһалауҙы индереү» Халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашты.

Конференция Бөтөн донъя банкы, «Стратегик эшкәртмәләр үҙәге» фонды, Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы һәм РФ Президенты ҡарамағындағы Дәүләт Советы ҡатнашлығында РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы етәкселегендә ойошторолдо.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығынан конференция эшендә иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Евгений Маврин менән эшҡыуарлыҡты һәм конкуренцияны үҫтереү бүлеге начальнигы Гөлнара Юлсурина ҡатнашты.

Конференцияла ике секция эшләне: «Рәсәйҙә көйләү йоғонтоһон баһалауҙы индереү» һәм «Көйләү йоғонтоһон баһалау: бизнес-берләшмәнең һәм дәүләттең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге». Шулай уҡ «Рәсәйҙә көйләү йоғонтоһон баһалауҙы индереү буйынса артабанғы аҙымдар» темаһына урындағы һәм халыҡ-ара эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть