8 декабрь, Кесе йома

04 март 2011 йыл, 11:46

Башҡортостан Японияның ITOCHU компанияһы менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Кесаҙна, 3 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ITOCHU япон корпорацияһының БДБ илдәре буйынса генераль директоры Такахико Мотани менән осрашыу үткәрҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, бөтә донъяла билдәле бындай ҙур компания менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу республика өсөн ҙур хөрмәт.

— Беҙ республиканы үҫтерергә планлаштырабыҙ, шуға ла һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ, — тип билдәләне БР Президенты Мотани әфәнде менән һөйләшеүҙә. – Әгәр хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килешә алһаҡ, беҙ Башҡортостанда си ил инвесторҙарының республикала эшләүе өсөн бөтөн кәрәкле шарттар ҙа тыуҙырасаҡбыҙ.

Японияның ITOCHU сауҙа йорто делегацияһының эш визиты менән Башҡортостанға килеүенә бер нисә көн. Был арала ул Сибайҙа һәм Белоретта булды, унда урындағы ҙур предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты.

— Беҙ Башҡортостан Президенты менән республиканы үҫтереү һәм модернизациялау буйынса мөмкинлектәребеҙҙе тикшерҙек, — тине Такахико Мотани. – Төбәк ҡалаларында булып, бик күп ҡыҙыҡлы инновация проекттарын күрҙек. Ҡайһы берҙәренең бик яҡшы перспективалары бар. Башҡортостандың сеймал һәм кадҙар потенциалы ла һәйбәт. Уларҙы берләштереп, бик күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин.

Бынан тыш, Такахико Мотани БР Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ҡул ҡуйыуҙа Башҡортостан яғынан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны.