4 декабрь, Йәкшәмбе

04 март 2011 йыл, 11:32

Башҡортостан менән Германия нефтехимия өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Германия Башҡортостанға нефтехимия өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим итте. Был инициативаны «Лурги» компанияһы күтәрҙе. Был фирманың Рәсәй вәкиллеге етәксеһе Майк Кадельбах 3 мартта Германия делегацияһы составында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.

Кадельбахтың һүҙҙәренә ҡарағанда, «Лурги» Салауат ҡалаһындағы предприятиеларҙың береһендә Астрахань өлкәһендәге кеүек изомеризация ҡоролмаһы төҙөргә планлаштыра.

Немец делегацияһы Рөстәм Хәмитов менән «Лурги»ның Башҡортостанда инжиниринг офисын асыу мөмкинлеген тикшерҙе. Хәҙерге ваҡытта бындай офис Мәскәүҙә бар.

Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республика етәкселеге сит ил инвестицияларын йәлеп итеү яҡлы һәм немец партнерҙарға эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға әҙер.

«Эр Ликвид» концерны составында эшләүсе «Лурги» компанияһы төрлө тармаҡтарҙы сәнәғәт газдары менән тәьмин итеү буйынса бөтөн донъя лидерҙарының береһе булып тора. Фирмаға 110 йыл һәм ул 75 илдә эшләй.