10 декабрь, Шәмбе

04 март 2011 йыл, 11:04

Германия Өфөлә покрышкаларҙы эшкәртеү заводы аса

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Германия Өфөлә иҫке автомобиль покрышкаларын эшкәртеү буйынса завод төҙөүгә инвестициялар һалырға ниәтләй. Бындай хеҙмәттәшлек перспективаһы 3 мартта немец делегацияһының Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында тикшерелде.

Завод төҙөү инициативаһын полимер һәм резина эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереүгә махсуслашҡан «Ермафа» фирмаһы күтәрҙе. Уның етәксеһе Уве Хартманндың һүҙҙәренә ҡарағанда, компания Өфөнөң проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер булған эшҡыуарҙар даирәләре араһында яҡлау тапты.  

Яңы производствоны төҙөүгә һалырға планлаштырылған инвестициялар күләме 300 миллион һум тип баһалана. Завод йылына 400 мең иҫке покрышкаларҙы эшкәртәсәк. Бынан алынған эшкәртеү продукттарын артабан битум сәнәғәтендә файҙаланырға мөмкин буласаҡ.

Уве Хартманн әйтеүенсә, «Ермафа» Рәсәйҙә күптән инде эшләүгә һәм Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгородта яҡшы эшлекле контакттар булдырыуға ҡарамаҫтан, фирма илебеҙ территорияһында әлегә тиклем бындай производство асҡаны булмаған.

— Беҙ бында күпкә компетентлыраҡ партнерҙар таптыҡ, — тине Уве Хартманн. – Киләсәктә башҡа төбәктәрҙә лә ошондай заводтар асырға планлаштырабыҙ.

Проект инициаторҙарының һүҙҙәренә ҡарағанда, покрышкалар эшкәртеү заводы экологик яҡтан бөтөнләй зыянһыҙ буласаҡ.

«Ермафа» компанияһы 1837 йылда ойошторолған. Әлеге ваҡытта ул донъяның 40 илендә эшләй. Покрышкалар эшкәртеү производствоһынан тыш, фирма Башҡортостанда тағы бер инвестицион проектты – йылылыҡ һаҡлаусы стена панелдәре етештереүҙе ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итә.