7 декабрь, Шаршамбы

04 март 2011 йыл, 10:45

Башҡортостан халҡы 16 миллион һумдан ашыу тотҡарланған түләүҙәр алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йыл башынан алып хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тураһында 786 яҙма мөрәжәғәт килгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда мөрәжәғәттәр иҫәбе 1,2 тапҡырға артҡан (20 процентҡа). Ялыуҙарҙың күп өлөшө эш биреүселәрҙең эш хаҡын, эштән киткәндә тулыһынса иҫәп-хисап алыуҙы, эштән һуң ҡалып эшләү, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләү өсөн түләүҙәрҙе тотҡарлауына ҡайтып ҡала.

Хеҙмәт инспекторҙары эш менән тәьмин итеүселәргә хеҙмәт хаҡын түләүҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә 104 күрһәтмә биргән. 506 хеҙмәткәр 16 миллион һумдан ашыу тотҡарланған түләүҙәрен алған.

Быйылғы йылда уҡ 95 эш биреүсегә 407 мең һум суммаға штраф һалынған. Туғыҙ эш биреүсегә суд ҡарары менән күрһәтмәләрҙе үтәмәгәне өсөн штраф һалынған.  Улар иҫәбендә Баймаҡ районының "Урожай" ауыл хужалығы производство кооперативы, Өфөләге "Кварц" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (10-ар мең һум штраф), Краснокама районының "Арлан-керамика" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфөнөң "Росэнерготехника" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре, шәхси эшҡыуар Ғәлимов.

Судҡа бер етәксегә ҡарата дисквалификациялау тураһында материалдар ебәрелгән. Уға өс йыл дауамында етәксе вазифаларын биләү тыйыла. Эш хаҡын ике һәм уна күберәк айға тотҡарлаусы йәнә ике предприятие етәксеһенә ҡарата енәйәт эше асыу өсөн материалдар судҡа ебәрелгән.