Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Шаран районында мәҙрәсә асыла

Иҡтисад

Шаран мосолмандарының дини ойошмаһы (мәхәлләһе) Шаран районының хакимиәт үҙәге Шаран ауылында мәҙрәсә асырға ҡарар итте. Яңы белем биреү учреждениеһы һуңғы йылдарҙа буш торған элекке район хәрби комиссариаты бинаһында урынлашасаҡ.

— Беҙ был ике ҡатлы йортто ҡуртымға алдыҡ, — тине Шаран ауылының имам-хатибы Ильгиз хажи Әхмәҙуллин, — һәм артабан уны мәхәллә өсөн һатып алырға ниәт бар.  

Дин тотоусы мосолмандар лидерының фекеренсә, капитал ремонт үткәргәндән һуң йорттоң икенсе ҡатында уҡыу кластары урынлашасаҡ, ә беренсе ҡатта хәләл кафе ойоштороу планлаштырыла. Теләге булған район кешеләренең барыһы ла изге Ҡөрьән нигеҙҙәре буйынса белем ала аласаҡ, ғәрәп яҙмаһын һәм дини йолаларҙы үтәргә өйрәнәсәк.  

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть