7 декабрь, Шаршамбы

03 март 2011 йыл, 17:55

«Мәғариф өлкәһендә мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге» төбәк-ара конференцияһы

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәғарифты үҫтереү институтында 4 мартта «Мәғариф өлкәһендә мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Конференцияла иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшерергә һәм уңышлы хәл итеү юлын табырға мөмкин буласаҡ, һәм ул Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелгән тәүге сараларҙың береһе булып торасаҡ.

Программала — пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар буйынса эш.

Конференцияла 100-ләп кеше — күренекле ғалимдар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм мәғариф, культурология өлкәһендәге белгестәр, республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.