Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Белорет предприятиелары Япония менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Иҡтисад

Кесе йома, 3 мартта, Японияның ITOCHU сауҙа йорто делегацияһы Башҡортостанға сәфәре сиктәрендә Белорет ҡалаһында булды. Муниципаль район хакимиәтендә улар урындағы ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре менән осрашты. Кәңәшмәлә БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Марьин һәм БР Иҡтисади үҫеш министрлығының инвестицион проекттарҙы методик яҡтан тәьмин итеү бүлеге начальнигы Галина Дмитриева ҡатнашты.

Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, был осрашыу ITOCHU сауҙа йортоноң төбәк предприятиелары менән артабан хеҙмәттәшлек итеүенә нигеҙ булып хеҙмәт итәсәк, тигән ышаныс белдерҙе. Ҡунаҡтар райондың иҡтисади үҫеше һәм уның инвестицион потенциалы менән танышты.

— Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса ла, производство өлкәһендә лә, шулай уҡ ял һәм туризмды ойоштороуҙа ла хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Киләсәктә ике яҡҡа ла файҙалы эшмәкәрлеккә өмөтләнәбеҙ, — тип билдәләне Владислав Миронов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть