3 декабрь, Шәмбе

03 март 2011 йыл, 17:14

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ донъяһы» йәрминкәһе асылды

автор: Светлана Ғәфүрова

Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында кесе йома көндө 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Ҡатын-ҡыҙ донъяһы» йәрминкәһе асылды. Йәрминкәне ойоштороусы — «Башэкспо» Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.

Йәрминкәлә Рәсәйҙең күп ҡалаларынан, шул иҫәптән Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Түбәнге Новгородтан, Һарытауҙан, Тольяттиҙан, Ырымбурҙан һәм, әлбиттә, Өфөнән 110 экспоненттың тауарҙары тәҡдим ителә.

Айырыуса Өфө күн-галантерея фабрикаһы сумкалары, Минскиҙан пальтолар, Мәскәүҙән яҙғы баш кейемдәре ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Йәрминкә 6 мартҡа тиклем дауам итәсәк.