8 декабрь, Кесе йома

03 март 2011 йыл, 16:57

Депутаттар килем һалымын йәшәгән урын буйынса йыйыу мөмкинлеген тикшерә

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итергә планлаштыра, уға ярашлы физик шәхестәр килеменә һалымды әлеге ваҡыттағы кеүек эшләгән урын буйынса түгел, ә йәшәгән урын буйынса йыйырға тәҡдим ителә. Был закон сығарыу инициативаһы 3 мартта БР Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышында тикшерелде.  

Депутаттар иҫәпләүенсә, тәҡдим ителгән үҙгәрештәр төбәктәр һәм муниципалитеттар араһында средстволарҙы ғәҙелерәк бүлешеүгә булышлыҡ итәсәк. Беренсе сиратта, халҡы яҡын урынлашҡан ҙур ҡалаларҙа эшләгән райондар, шулай уҡ халҡының бер өлөшө вахта ысулы менән илдең төньяғында эшләгән төбәктәр отасаҡ.