10 декабрь, Шәмбе

03 март 2011 йыл, 16:23

Өфө мэрияһы 19 һаҡаллы төҙөлөш буйынса саралар күрә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө хакимиәте алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итеү буйынса саралар күреүен дауам итә. Был турала Башҡортостан баш ҡалаһы мэрияһында үткән бөгөнгө матбуғат  конференцияһында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә әлеге көндә 19 һаҡаллы төҙөлөш иҫәпләнә. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күреүселәр һаны ике меңгә яҡын кеше тәшкил итә.

— Проблемалы йорттарҙың заказсылары булып торған туғыҙ ойошма банкротлыҡ стадияһында, — тине Никитин. – Шуларға бәйле 11 вазифалы кешегә ҡарата өлөшсөләр аҡсаларын маҡсатһыҙ тотонған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды. Һуңғы ваҡытта беҙ һаҡаллы төҙөлөш мәсьәләләрен хәл итеү рецептарын эҙләү буйынса эш алып барҙыҡ. Дәүләт органдары менән берлектә айырым объекттар төҙөлөшөн көрсөк хәленән сығарырлыҡ тәғәйен саралар табылды.    

Шулай уҡ Өфөнөң беренсе вице-мэры аслыҡ иғлан иткән бер төркөм өлөшсөләрҙең үҙ проблемаларын бындай акция менән хәл итә алмаясаҡтарына иғтибар йүнәлтте.

— Беҙ улар менән осрашып, уларҙың талаптарын тикшерҙек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-мэр. – Улар һаҡаллы төҙөлөштәргә ҡағылышлы эштәр торошо менән ҡәнәғәт түгел һәм республика Президенты менән осрашырға теләй. Ләкин йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләһен бер көндә генә хәл итеп булмай бит.  

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов, бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн комплекслы ҡараш кәрәк, тине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау тураһында күптән түгел ҡабул ителгән закон да ҙур роль уйнарға тейеш. Ул башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарына был объекттарға контроллек итеү мөмкинлеге бирәсәк. БР Дәүләт комитеты рәйесе шулай уҡ өлөшсөләрҙең хәүефен страховкалау мәсьәләһен әҙерләүгә лә айырым иғтибар биреү кәрәклеген билдәләне.